1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ЖУРНАЛ «АКБУЗАТ» /«АҠБУҘАТ» ЖУРНАЛЫ

ЖУРНАЛ «АКБУЗАТ» /«АҠБУҘАТ» ЖУРНАЛЫ

Декабрь 15, 2025 Просмотров: 41
Башҡорт теле көнө уңайынан Благовещен ҡалаһы "Якорек" балалар баҡсаһында берҙәм дәрес үтте. Дәрес Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимнын тыңлау менән башланып китте.
Беҙҙең балалар баҡсаһында был көндө мәктәпкәсә йәштәге балалар менән саралар үткәреү йолаға әүерелде. Беҙ башҡорт телен популярлаштырабыҙ һәм уны сабыйҙар араһында үҫтерәбеҙ.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнән тәрбиәләнеүселәребеҙ башҡорт теле иленә мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыҡты! Балалар ҡыҙыҡлы эштәр башҡарҙы һәм хәрефтәр ярҙамында «Аҡбуҙат» һүҙен төҙөнө. Был һүҙ улар өсөн ысын асыш булды.
Балалар шулай уҡ «Аҡбуҙат»балалар журналы менән танышты. Был уларҙың башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм теле менән танышыуының башы ғына.